Район йәштәре тыуған ауылы үҫешенә үҙ өлөшөн индерә
Йәштәр тыуған ерен онотмай. Беренсе Этҡол ауылы егете, республиканың йәш яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Байрас Азаматов уҙған йылда Алтайҙа үткән форумда ҡатнашып Грант алыуға өлгәшә. Проект аҡсаһын ул тыуған ауылында балаларға уйын майҙансығы булдырыуға йүнәлтә.Әүҙем егет менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.