Сход алдынан сәй эсәбеҙ👍😊 Әбйәлилдәр, баймаҡтар🤝✊

Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек кешеләр! Гел генә көрәшеп, көйөп кенә йөрөмәйбеҙ. Осрашып, күрешеп, дуҫлашып, туғандарҙай татыу йәшәйбеҙ. Шаярабыҙ, көләбеҙ, ашайбыҙ, эсәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ... Эй беҙҙең гүзәл Башҡоростан халҡы! Һәр кемебеҙ үҙенең ауылы, районы, ҡалаһы, республикаһы өсөн әсенһен ине!!! Күҙ алдына килтерегеҙ. 50-70 йыл үткән. Хәҙер йәшәгәндәр ер йөҙөндә ҡалмаған. Улар тураһында бәлки өҙөк-һурыҡ хәтирәләр генә барҙыр. Беренсе сценарий. Башҡортостандың бөтә ере аҡтарылған, ер-һыуҙары ағыуланған, үлән-ағастары ҡороп бөткән, ер сүллеккә әйләнгән. Халҡыбыҙҙың теле, моңо ғына түгел, бала-сағалары, йәштәре, ололары ауыл-ауылдары менән юҡҡа сыҡҡан. Иҫән ҡалғандары әсенеп-әсенеп балаларына элекке тормошто фантастик әкиәт итеп һәйләй, күҙҙәренән йәш аға... Икенсе сценарий. Башҡортостан халҡы үҙ ерен, үҙ телен, үҙ халҡын законлы рәүештә әүҙем көрәшеп, һаҡлап алып ҡалған! Һауа саф, һыуҙары таҙа, донъялар иркен, тыныс. Башҡорт үҙ телендә лә һөйләшә, йырлай, ошо ожмахтай еребеҙҙе һаҡлап алып ҡалған ата-бабаларына рәхмәттәр уҡый, әкиәт итеп һөйләй... Әйҙәгеҙ, йәмәғәт, ҡурҡып, боҫоп ятмайыҡ. Видеоларға баш бармаҡ ҡуйыу, таратыу, комментарийҙар яҙыу, матди ярҙам итеү, сход-йыйылыштарға йөрөү (бөтә бюджет кешеһе лә килһә, бөтәһен дә ҡыуып сығарырҙармы ни?) һәм башҡа эштәр һәр кемдең хәленән килә. Законлы рәүештә көрәшеп, хәлдәребеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртәйек. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын!
Back to Top