афури районы Сйетбаба ауылынан Хатмулла Байбулдин, 70 йш
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә гармуны –уның тоғро дуҫы. Был музыка ҡоралына ул бәләкәйҙән ҡыҙыҡҡан.
- Ғәбитулла ағайымдың гармуны бар ине. Буш ваҡытым булһа, гармунда өйрәнергә тип, ағайым йәшәгән йортҡа йүгерәм. Шулай итеп көйҙәр сығара башланым. Үҙемдең хромка гармуным булһын ине, тип хыяллана торғайным. Ул теләгем дә тормошҡа ашты. Атайым хромка алып ҡайтып биргән көн әле лә күҙ алдында. Элек киске уйындар бик күңелле үтте. Ауылыбыҙ ҙур. Клубта ла уйын бара, урам йәштәре бергәләп ауыл осонда ла ойоштора инек. Таңға тиклем йыр-бейеү туҡталманы. Ҡайтҡас, оҙаҡ итеп йоҡлап ятыу юҡ. Иртә менән атай-әсәй эшкә уята торғайны, -тип һөйләп алды йәш саҡтарын.
Әле лә гармун ҡулынан төшмәй тиерлек Хатмулла ағайҙың, ҡунаҡтарҙа ла йыш уйнаталар. Әйткәндәй, ҡатыны ла бик матур йырлай. Икәүләшеп ауылдың фолькор ансамбленә йөрөйҙәр.