Бәхет Р.Нутфуллина.Х.Дильмухаметов
Бәхет
Бәхетлеме тиеп һорама һин,
Бәхетемдән үҙем көнләшәм.
Шул бәхетте бөтә кешеләргә
Саф йөрәгем аша өләшәм.
Ниңә һәр саҡ шат һәм көләс тимә,
Изге йәндәр мине уратҡан,
Ожмах кеүек матур ерҙә йәшәп,
Туғанылай мине яратҡан.
Күҙҙәреңдә һөйөү тулы нисек,
Ҡайҙан уны ала алаһың?
Тиеп тағы аптырама һис тә,
Мөхәббәттән мин бит яралдым.
Нутфуллина Рәйлә