Керһен ине төштәремә... Р.Нутфуллина Х.Дильмухаметов
КЕРҺЕН ИНЕ ТӨШТӘРЕМӘ
Төштәремә тағы-тағы керһен
Ҡосаҡлауың айлы төндәрен,
Керһен ине бәхет тулы йәйем,
Һинең менән булған мәлдәрем.
Керһен генә ине төштәремә
Һинең йөҙөң, һинең күҙҙәрең.
Йондоҙ кеүек балҡыр барса донъям,
Ишеткәндә наҙлы һүҙҙәрең.
Әйҙә керһен серле төштәремә
Йомшаҡ, наҙлы һинең ирендәр ,
Йылмайыуың күреп һөйөнәйем,
Бөтмәҫ шатлыҡ алып килһендәр.
Төштәремә тағы-тағы керһен
Ҡосаҡлауың айлы төндәрен,
Керһен ине бәхет тулы йәйем,
Һинең менән булған мәлдәрем. Нутфуллина Рәйлә