Ә ҡараштар ғашиҡ ҡараштар..Р Нутфуллина.Х.Дильмухаметов
Һине тәү ҡат күргән мәлдәрем
Хәтерҙә ул, һаман хәтерҙә:
Бит остарын уттай яндырҙы,
Һүҙҙәр бөттө, булмай әйтергә.
Ә ҡараштар, ғашиҡ ҡараштар,
Риза булмай ошо хәлемә,
Килде тағы, тағы күрәһе-
Тынғы бирмәй һис тә йәнемә.
Аҡыл менән йөрәк көрәште,
Ал бирмәйсә, хистәр ҡайнаны.
Минең бәхет бары һин тиеп,
Йөрәгемде минең арбаны.
Яң(ы)лышманы йөрәк -аңланы,
Аҡылым да уны тыңланы.
Ә мөхәббәт мәңге аҡланы,
Нишләһәм дә мине яҡланы.