Рөстәм Ишмөхәмәтов яңы ҡанундар тураһында - Телеүҙәк тапшырыуы БСТ
- Көнүҙәк мәсьәләләр араһында - туған телде һаҡлау, туған мәҙәниәтте, тарихты, әҙәбиәтте мәктәптәрҙә өйрәнеү мәсьәләләре ҙур урын биләй. Ошо йәһәттән ҡануниәттә ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөләме?
- Быйыл Дәүләт думаһы мәғариф өлкәһендәге федераль законға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим иткәйне. Уларға ярашлы уҡыу әсбаптарының (дәреслектәрҙең) федераль исемлеге һәм экспертизаһы Башҡарма властың федераль органы тарафынан раҫланырға тейеш.
Ләкин, мәҫәлән, башҡорт теле дәреслектәре менән нисек булырға? Уларҙың экспертизаһын федераль кимәлдә кемдер үткәрә аламы? Был законға үҙгәрештәрҙә Рәсәй федерацияһы субъекттарының милли үҙенсәлектәре бөтөнләй ҙә иҫәпкә алынмаған.
Минеңсә, дәреслектәрҙең төбәк экспертизаһын үткәреү критерийҙары федераль башҡарма власе тарафынан түгел, ә төбәк кимәлендәге башҡарма власть тарафынан индерелергә тейеш. Тап ошоларҙы иҫәпкә алып был үҙгәрештәргә төҙәтмәләр тәҡдим иттем дә инде.
Мәғариф законы тураһында һүҙ барғанда Рәсәй федерация субъекттарының милли һәм төбәк үҙенсәлектәре, ябай г