Рөстәм Ишмөхәмәтов яңы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы тураһында
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса элекке кодекс 15 йыл элек ҡабул ителгән була. Һәм уға йыл һайын төрлө өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелеп килә. Әммә һуңғы осорҙа кодексты заман талаптарына тулыһынса яраҡлаштырыу ихтыяжы тыуа. Кодекс проектын әҙерләү менән дүрт автор шөғөлләнә, шуларҙың береһе яҡташыбыҙ, Башҡортостанда һайланған Дәүләт Думаһы депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов. Яңы вариантта холоҡ төҙәтеү эштәре, лицензияны кире алыу ҙа административ язалар рәтенә индерелгән. Ә бына административ штрафтарҙы талап итеү процедураһы еңеләйтелә, кеше штрафты үҙ теләге менән түләһә ташламалар ҡаралған.