Уңғандар - кәсебен таба

Икмәк бешереү оҫталары борон-борондан оло хөрмәт ҡаҙанған. Элек ауыл кешеләре икмәкте үҙе һалһа, хәҙерге тормош рәүеше был шөғөлгә ваҡыт ҡалдырмай. Магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек тулып ятһа ла, икмәккә хөрмәт һис кәмемәй. Икмәк бешереү цехтары уңышлы эшләй. Улар менән бер рәттән, ҡайһы бер ханымдар үҙ йорттарында кәсеп итеүҙе хуп күрә. Ошондай уңған хужабикәләрҙең береһе менән беҙҙең ижади төркөм танышты.
Back to Top