МӘКТӘБЕМ БИРӘ БЕЛЕМ Нәсимә Ғайсина һүҙәре һәм көйө

МӘКТӘБЕМ БИРӘ БЕЛЕМ йыр Нәсимә Ғайсина һүҙҙәре һәм көйө Бөгөнгө көн иң матур көн, Илдә белем байрамы, Аң-белемем байытырға Мәктәбемә барамын. ҠУШЫМТА Яратҡанға тыуған илем Өйрәнәм әсәм телен. Дуҫ һәм татыу йәшәргә лә, Мәктәбем бирә белем. Унда алған һабаҡтарҙы Бирә алмай миңә бер кем. Өйрәнер ҙә сит телдәрҙе Аралашырмын иркен. ҠУШЫМТА Илгә кәрәк һөнәрлеләр, Бар эштә лә уңғандар, Ерем матур булһын өсөн Аң-белемле булғандар. ҠУШЫМТА й Нәсимә Ғайсина
Back to Top