Туй йыры. . бслмова ре Ф. Юмалин кй
Туй байрамы ғүмерҙә
Була ул тик бер генә.
Туй күлдәге кейергә
Яҙһын барыһына ла.
Ҡотло булһын туйығыҙ,
Берҙәм булһын уйығыҙ.
Татыулыҡта, шатлыҡта
Үтһен ғүмер юлығыҙ.
Алтын балдаҡ кейәләр
Бер береһен һөйгәндәр.
Вәғәҙәләр бирәләр
Ғүмерлеккә тигәндәр.
Бер – берегеҙҙе һөйөп,
Хөрмәтләп һәм ҡәҙерләп.
Аҡҡоштарҙай парлашып
Йәшәгеҙ һеҙ гөрләшеп.
Туйға килгән ҡунаҡтар:
Атай әсәй, туғандар.
Әйткән изге теләктәр
Ысынбарлыҡҡа ашһындар.
Аҡ күлдәктә ҡыҙ бала
Һөйгәненең янында.
Шатлыҡлы минуттарын
Кисерәләр ҡосағында.