Бушлай туҡланыу хоҡуғы булған уҡыусыларға аҙыҡ-түлек йыйылма
Республикала бындай ярҙам 6 апрелдән күрһәтелә башланы. Саҡмағош районы мәғариф бүлеге күрһәтмәһе буйынса аҙыҡ-түлек менән 949 уҡыусы тәьмин ителә.
Республика төбәктәрендәге кеүек Саҡмағош районында ла уҡыусылар дистанцион белем ала. Бындай осорҙа аҙыҡ-түлек пакеттарын тапшырыу графигы ла хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып төҙөлгән. Мәктәп уҡыусылары өсөн йыйылмаға тәү сиратта боҙолмай торған һәм махсус температура режимында һаҡлау талап ителмәгән аҙыҡ-түлек инә. Күмәк бала тәрбиәләүселәргә аҙыҡ-түлек тупланмаһы хаҡы – 225, һаулығы сикләнгән балаларға 500 һум тәшкил итә.
Ата-әсәләр балаларға бүленгән аҙыҡ-түлек йыйылмаһын махсус график буйынса килеп ала. Бындай ярҙамға бөтәһе лә ҡәнәғәт.
Ата-әсәләргә продукцияның сифаты менән танышыу мөмкинлеге лә булдырылған. Ҡоро паектарҙағы продукцияның ғәҙел үлсәнгәнлеген хатта махсус бизмәндәр аша тикшереп ҡарарға мөмкин.