Рәмзиә Вәлиева, Аҡтаныш районы Илсебай ауылы
Әсәйем ауылды һағына
Ҡар иреп, гөрләүек аҡҡанда,
Туҙғанаҡтар сәскә атҡанда,
Түҙҙереп һис булмай әсәйҙе,
Өҙөлөп ауылды һағына.
Доғаһын ҡабатлай ятҡанда,
Йоҡоһоҙ ул таңдар атҡанда.
Әсәйем, ҡайтырбыҙ ауылға,
Юл төшөр киләһе аҙнала.
Тынғыһыҙ әсәйем ашығып
Ойоҡбаштар бәйләй оноҡҡа.
Уйҙары төбәлгән йыраҡҡа,
Күҙҙәре йәшләнә юҡ-юҡта.
Эшемде бер яҡҡа ҡуям да,
Ултырам мин уның янына,
Алмалы-сейәле баҡсаңда
Тыныслыҡ табырһың йәнеңә.
Ҡаҙ-өйрәк тауышына күмелгән
Сиҙәмле урамдар ҡаршылар,
Кешеләр шатланып йыйылыр,
Үҙеңдән һәммәһе хәл һорар.
Бик тәмле ваҡ бәлеш бешерҙем,
Һый-хөрмәт етерлек табында.
Бергәләп тәмле сәй эскәндә
Ауылды һөйләйбеҙ тағын да.
Ҡаланың бер төрлө көндәрен
Үткәреү әнкәмә ауыр ҙа.
Һәр миҙгел күңелгә уйылған
Йәйҙәрҙә рәхәт шул ауылда.
Әнкәйем ауылды һағына...