Шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ!

Дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаров, тарихсы, ғалим, тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Әсфәндиәров, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Салауат Ғәлин, композитор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Әхмәтов - республикабыҙҙың йәшәйешенә, мәҙәниәтенә, тарихына, илебеҙҙең яҡты киләсәге хаҡына хазинаға торошло хеҙмәттәре менән күп көс һалған шәхестәребеҙ. Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу уңайынан Баймаҡ ҡалаһында һәм Сыңғыҙ, Беренсе Этҡол, Ғәҙелбай ауылдарында уларҙың яҡты иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе ойошторолдо.
Back to Top