Ғағауыз шағирәһе Алла Буйюк “Әсә йөрәге“ бәйгеһе өсөн “Әсәйемә хат“ шиғыры менән
Алла Буйюк – ғағауыз шағирәһе, ғағауыз телле йәш яҙыусылар берлеге етәксеһе. Шиғырҙары әзербайжан, грек, төрөк телдәренә тәржемә ителгән. Журналыбыҙҙа сыҡҡан “Ғағауыз иленә сәйәхәт” тигән яҙмала уның ҡәйнәләре йәшәгән Баурчи тигән ауылға сәйәхәтебеҙ хаҡында бәйән ителгәйне. Молдова иленә ингән Ғағауыз автономияһы, башҡа совет төбәктәре кеүек, тарҡалыштан һуң ауыр осорҙар кисерҙе, бик күп кешеләр эш юҡлыҡтан ситкә йөрөп эшләргә мәжбүр булды. Шағирәнең дә атаһы менән әсәһе, ике ҡыҙҙарын ҙур йорттарында, өләсәләренә ҡалдырып, сит илдәрҙә эшләргә мәжбүр була. Әлеге көндә лә был илдә һәр бишенсе баланың ата-әсәһе сит яҡтарҙа эштә йөрөй, ауылдарҙа балалар һәм уларҙы ҡараған өләсәй-олатайҙар ғына йәшәй. Алланың әсәһенә бағышлаған шиғыры ошо хаҡта.
Әсәйемә хат
Аҡ ҡағыҙға теҙә башлаһаммы,
Хистәремде, етмәҫ дәфтәрҙәр...
Хәбәрҙәрем барыбер еткерә алмаҫ
Һинһеҙ мәлде, һинһеҙ хәстәрҙе.
Күңелемдән бер ҙә киткәнең юҡ,
Һин эргәлә, янда ғына һымаҡ.
Тик ҡар яуған саҡта юлдарыңа,
Саңға бата әле минең һуҡмаҡ.
Сәләмеңә ҡыуан