Ирәндек тауы битендә.
Их,камера мин күргән матурлыҡты тулыһынса күрә алмай шул. Ағастарҙан шыбыр- шыбыр сер һөйләткән елдең йылылығын, ҡояш нурҙарының ҡайнарлығын , әллә күпме төрлө сәскәләрҙең һәм бешкән бесәндең хуш еҫен бирә алмай. Хатта әремдең әреме лә тәмле еҫле кеүек бында. Йәй уртаһы... Ошо мәлгә генә хас ҡуйы йәшеллеккә төрөнгән тәбиғәт. Күҙ күреме ерҙә йәйрәп ятҡан баҫыуҙар,яландарҙың киңлегенән ,урыҫтар әйтмешләй, хатта “дух захватывает“. Әле был яландар буш...Тик оҙаҡҡа түгел. Сөнки тиҙҙән бесән мәле башланасаҡ, ялан - ҡырҙар күңелле тауыштарға күмеләсәк.Эйе, заман башҡа - заң башҡа. Элек ҡул салғыһы сыңлаған яландарҙа хәҙер тракторҙар гөрөлдәй. Ярай, булһын да. Иң мөһиме, йәшәйбеҙ бит әле.Тормош дауам итә. Тирә -яғыбыҙҙағы хозурлыҡты,донъя матурлығын күрмәй үткәреп кенә ебәрмәйек тормош юлыбыҙҙы.Ә әле йәй уртаһы....