«Инәкәйем». «Аҡйондоҙ» төркөмө.

«Инәкәйем». «Аҡйондоҙ“ төркөмө». Башҡара: А.Йыһаншин, Р. Ғарипов һүҙҙәре. Музыка: Урал Иҙелбаев. Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм, Ҡайғырма һис минең китгәнгә. Ҡайғырһаң, тик ҡайғыр минең бары Аҡ ҡайынды әсәм иткәндә. Баш осомда минең ултыртһындар Ҡайғыһы аҡ булғаны аҡ ҡайын. Күҙ йәшеңде ҡоймай, минең менән Бер көн килеп һөйләш, яҙ һайын. Мин әйтермен, сабый япраҡ булып, Бер генә һүҙ: “Инәй! - күҙ нурым“. Аҡ ҡайынды һыйпап тыңла бер йыр, Аҡ ҡайында - минең күҙ нурым.
Back to Top