КӨҘӘН АУЫЛЫНДА ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ ҮТТЕ

Шәжәрә - үткәнебеҙҙе, бөгөнгөбөҙҙө һәм киләсәгебеҙҙе сағылдырған нәҫел ағасы. Үткәне булмағандың, киләсәге лә юҡ ти, халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырҙарыбыҙҙан - тарихыбыҙҙан һут ала. Көҙән ауылында үткәрелгән шәжәрә байрамы тарихи тамырҙарын барлауы, ата-әсәләрҙең киләһе быуынға тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын, нәҫел тарихын киләсәк быуынға ҡалдырыуы менән әһәмиәтле булды.
Back to Top