Рәзилә Ырыҫҡужина “Балаҡайым, һөйөү емешем!“
Рәзилә Ырыҫҡужина Баймаҡ районы, Йәнйегет ауылында тыуған, Өфөлә йәшәй. Хеҙмәт юлын “Һәнәк“ журналында башлай, бөгөн БР Мәғарифты үҫтереү институты белгесе. РФ һәм БР Журналистар Союзы ағзаһы. Бәләбәйҙә үткән “Илһам шишмәләре“ шиғри фестиваленең ике тапҡыр лауреаты булды. Татыу ғаиләлә ике ул үҫтерәләр. Байтаҡ шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. Балалар өсөн яҙылғандарын улы Рафаэль башҡара. Әйткәндәй, ике улы ла Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары.
Балаҡайым, һөйөү емешем!
Балам көлөүҙәре – эскерһеҙ моң,
Шишмә сыңы, ҡояш йылыһы.
Ҡурай тауышының ауаздары,
Йөрәк түрендәге йыл йыры.
Балам көлөүҙәре – иң ихлас йыр,
Тәбиғәттең наҙлы нотаһы.
Ысынбарлыҡ донъяһына илтә,
Ә унда һуң – йыһан ҡоттары!
Балаҡайым, балам, йән киҫәгем,
Шаян утым, тылсым сәғәтем.
Һине күреп ваҡыт туҡтап ҡала,
Юлдан яҙа ғүмер тәҡәте.
Тын алышың – минең һулар һауам,
Ә көлөүең – йөрәк тибешем.
Йылмайыуың менән мин йәшәйем,
Балаҡайым, һөйөү емешем!