Таңһылыу Вәлиева (Ҡарасурина), Баймаҡ районы Байым ауылы
“ӘСӘЛӘР“ тигән йондоҙлоҡ
Әсәй! Әсә-әй! Ә-ә-әсәй! Әсәй? Әсәй...
Әсәкәйем, Әсәм, Әсәйем.
Асылыңа ҡайтыуыңа байтаҡ,
Һин янымда бар, тип йәшәйем.
Күҙ яҙҙырмай ҡарап торғандайһың,
Юлға сыҡһам, йәнәш бараһың,
Ауырлыҡтар ҡайсаҡ һөрөндөрһә,
Иңдәреңде терәй һалаһың.
Йә бармаҡ янайһың:
– Сама бел, – тип,
Йә, шелтәләп, башың сайҡайһың.
Изге фәрештәләй ҡанат йәйеп,
Хәүеф - хәтәрҙәрҙән һаҡлайһың.
...Беҙ етәүҙе ир еткерәм, тиеп
Һыҙлағандыр беләк елегең.
Ымлап ҡына күрһәтә торғайның
Өрлөктәге һабаҡ селеген.
Ауылыма ҡайтһам, ағайҙарым
Яратып арҡамдан һөйәләр.
Ат менгәндәй булам, еңгәләрем:
– Әсәң ҡошап шәпһең! – тиһәләр.
Бик һағынһам, төнгө күккә бағам,
Йымылдаша һанһыҙ йондоҙҙар.
Ә мин беләм – шул төпһөҙ Асманда
“Әсәләр“ тигән йондоҙлоҡ бар.
...Йәйге эңер. Арып ҡайтып киләм.
Һуңғы шәлкем нур күктә һүнде.
Шыйыҡ сыбыҡ тотоп, әсәй тора –
Иманымды уҡытыр инде.
– Иртән киткән Ҡарағолаҡ ҡайта,
Көн оҙон олағып йөрөй ҙә.
Ниткән бала булдың, бер әйтәгүр.
Ҡалғандары, ана, вис өйҙә.
Сығып кит