Хәнифә шишмәһе йәки ҡар-һыуы йолаһы..
Бөгөн ауылыбыҙҙың йәмле урыны Хәнифә шишмәһе янында бик матур сара үтте. Ауылыбыҙҙың “ Хәнифәкәй“фольклор ансамбле Икенсе Этҡол ауылынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.Район халҡына үҙҙәренең матур йыр, бейеүҙәре менән киң танылған “ Йәйғор“ ансамбле ҡыҙҙарына Хәнифәкәйҙәр “ Ҡар һыуына барыу“ йолаһын күрһәтте. Бик матур ике яҡлы осрашыу булды был.