Абдуллина Зимфира “Төштәр“ (Р.ҒӘРИПОВ)

Видеоролик подготовлен на “Курсы башкирского языка“ Рәми ҒӘРИПОВ “Төштәр“ Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл Атай өйҙән сығып киткәнгә. Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә... Тик әсәйем һаман төштә күрә Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы. – Ҡайтҡан, имеш, – тиеп Һөйләй-һөйләй, көтә-көтә әсәй ҡартайҙы. Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап, Төшөн һөйләй тағы – бер үк төш: – Хас элекке төҫө... Кейеме лә Үҙгәрмәгән, имеш, шул килеш... Изге төштәр!.. Һис бер юрау, яуап Табалмайһың һин был төштәргә. Тик, теш ҡыҫып, тағы тотонаһың Атайҙарҙан ҡалған эштәргә... Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл! Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән... Инде беҙ кермәһәк ине шулай Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә.
Back to Top