Зилә Усман ҡыҙы Рахимованы ҡотлайбыҙ!***/// lHLAS 05 06 08 2023

Бөгөн барыбыҙ өсөн дә яҡты илаһи ҙур байрам, тип башланып китә был хат юлдары. Беҙҙең ҡәҙерле әсәкәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Зилә Усман ҡыҙы Рахимова үҙенең матур ғүмер байрамын – 60 йәшлек юбилейын билдәләй! Һине юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ hәм иң изге теләктәребеҙҙе, рәхмәт hүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ! Хәҙерге ваҡытта әсәйебеҙ хаҡлы ялда, ул утыҙ йылдан ашыу строитель булып эшләгән. Сәлимьян атайыбыҙ менән бергә, беҙгә ярҙам итеп кенә торалар, рәхмәт һеҙгә! Ер йөҙөндә әсәйҙәндә яҡын, әсәйҙәндә рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙәндә оло йәнле зат юҡтыр! Донъяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паҡлығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша үткәреп, күкрәк һөтө менән иман индереүсе әсәйебеҙ. Һин булмаһаң беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек. Тормошобыҙҙың йәме лә тәме лә булмаҫ ине. Аллаһа тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, тән сихәтлеге, күңелендәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә һүрелмәйсә, беҙ балаларыңа йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ! Әсәй тиеп әйтер кешең булыу ниндәй бәхет бит ул донъяла, шатлыҡтарың булһа уртаҡ була, ҡайғыларың булһа юғала, уйлама ле ҡартаям тип, шат көләс бул, һүнмә һүрелмә, ҡәҙер хөрмәт куреп үтһен ғүмерең, урындарың булһын гел түрҙә, әсәй тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә бөтә донъя һыйған, һыйынған, әсәкәйебеҙ һинең яндарыңда гелән рәхәт, гелән күңелле, ҡояштың да иң иң наҙлы нуры әсәй йөрәгендә ҡойонған тип ҡотлауҙы тапшыралар балаларыгыҙ, тормош иптәшегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, киленегеҙ, туғандарыгыҙ, ҡоҙа -ҡоҙағыйығыҙ.
Back to Top