Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эш башланы
Тажлы вирус сигенмәй. Уның ҡорбандары көндән көн арта бара. Яңы вирус инфекцияһын иҫкәртеү маҡсатында, ойошма-предприятиеларҙа медицина инспекторҙары билдәләнде. Тап уларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенән коронавирус йоҡтороу осраҡтары кәмейәсәк.