Динара Кримова. урсаыма клдк тектем...

“Әсә йөрәге“ бәйгеһенә. #журнал #БашкортостанКызы #аса_йораге #литературный_конкурс #стихи_на_башкирском #стихи_о_материнских_чувствах Динара Кәримова Өфө ҡыҙы. “Әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты магистратураһында белем алам. Ҡала шарттарында рухлы башҡорт ҡыҙы булып буй еткергәнемә сикһеҙ ҡыуанам. Үҙемде ижади күңелле кеше тип иҫәпләйем. Башҡорт телендә уй-фекерҙәремде кескәйҙәр һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән шиғырҙарымда, мәҡәләләремдә еткерә алғаныма, күңелемдә ижади орлоҡ яралғанына Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәм. Атай-әсәйемә туған телемә мөхәббәт, халҡым тарихына ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләгәндәренә рәхмәтлемен“, – тип яҙа ул үҙе хаҡында. Ҡурсағыма күлдәк тектем Әсәйемдең һандығында Ята туҡыма — бәрхәт. Уның шундай йомшаҡлығы Тәнгә тойола рәхәт. Әсәкәйем күрмәгәндә Киҫеп алып туҡыма, Ҡырт-ҡырт уны тураҡланым Ҡайсы тотоп ҡулыма. Ҡурсаҡҡа күлдәк теккәндә Энәгә лә сәнселдем. Рөхсәтһеҙ тотонғас эшкә, Иланым да әсендем.
Back to Top