Илнара Зәкирова, Ҡариҙел районы Тигермән ауылы
Әсәйемә
Әсәй, әсәйем, әсәкәйем,
Ҡәҙерлем минең, берҙән-берем.
Ошо кескәй ғүмер эсендә
Күпме рәнйеттем мин һине, бәғерем.
Донья илтте мине далаларға,
Аҙаштырҙы ҡуйы урмандарҙа.
Ә мин кәмәләргә ултырып,
Йөҙҙөм ап-аҡ тормош тулҡынында.
Нимә эшләгәнде белмәй һаман
Иҫәрләнеп йөрөнөм урамдарҙа.
Нимә генә осраманы миңә
Был яҙмыштың һәр бер аҙымында.
Яңғыҙ ҡалғас ҡына аңланым мин:
Ҡайҙа булдым, кемде ташланым?!
Әсәйем, аңлаһаңсы мине;
Ҡосағыңды нисек һағындым.
Беләм, әсәй!
Ҡайғы төштө йөрәгеңә,
Күңелең борсола ҡабат.
Көнө-төнө йәнең әрней:
– Ҡайҙа һуң? – тиеп балам...
Ҡыҙым, тиеп, иртә-кисен әсәй
Күҙ йәштәрен һөртә яулыҡҡа.
Юл сатына сығып китә ҡабат,
Балаҡайын көтә йыраҡтан.
Ел-дауылдар, буран сыҡһа әгәр,
Балам, тиеп әсәй ҡайғыра.
Йомшаҡ ҡулы, нескә бармаҡтары
Мине саҡырғандай тойола.
Белһәң ине, әсәй, нисек осоп
Ҡайтыр инем һинең яныңа.
Бер һүҙ әйтмәйенсә һине
Алыр инем йылы ҡосағыма.
Оҙаҡ йәшә, бәхет бул,
Яҡты булһын һинең тормошоң.
Белеп әсәйем: йыраҡ саҡрымдарҙа
Мәңге ярата