Гүзәл Абдуллина “Балаҡайым“

Гүзәл Абдуллина Белорет районы, Абзаҡ ауылы ҡыҙы. Юғары белемде СИБашДУ-ла ала, һуңынан БДУ-ның философия һәм социология факультетында магистратура бөтөрә. Әле Сәтрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше Артур менән Асмандияр исемле ул үҫтерәләр. Шиғриәткә бала саҡтан ғашиҡ. Балаҡайым Бәхетемде уйлап күңелем Иркен оса йыһандарға. Бөтмәҫ дәрттәр, илаһилыҡ Өҫтәлә йөрәгемә. Бар булған шатлыҡтарым – Улым минең Асманым. Йондоҙсоғом, ҡолонсағым. Яҡты уй-хыялдарым. Ҡырпағайҙар бүләк итте Ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе. Ҡырпаҡ ҡарҙар, һалҡын елдәр Шундай наҙлы, йомарттар. Күңел күгем шундай яҡты Йондоҙҙары атыла. Киләсәгең яҡты булһын Балаҡайым, бер генәм.
Back to Top