УРАЗБАЙ АУЫЛЫНДА МАТУР АИЛ ЙШЙ
Ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте. Ғаилә - күңелдәрҙе йылытырлыҡ усаҡ, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, көйөнөстәрҙе бергә күтәргән, бер-береһенә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы кешеләр. Йәмғиәтебеҙ ҙә тап ошондай татыу, өлгөлө ғаиләләргә таяна. Беҙҙең ижади төркөм Уразбай ауылында йәшәүсе Хисмәтуллиндар ғаиләһендә ҡунаҡта булып ҡайтты.