Ғилми-ғәмәли кәңәшмә

Республика райондарынан килгән йәштәр ойошмалары етәкселәре түңәрәк өҫтәлдә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барлай. Өс көн барған кәңәшмәлә ғалимдар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары лекциялар уҡый. Ҡунаҡтар Мәскәүҙән дә саҡырылған. Милли һәм конфессия-ара йәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, хәҙерге заман шарттарында йәш быуында ышаныс тыуҙырыу кеүек һорауҙар ҡарала.
Back to Top