Насип Кучаев ( - ) “Ҡыуанам“

“Ҡыуанам“ (Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәре, Насип Кучаев музыкаһы) Мин ҡыуанам: тыуғаныма, Ысыҡҡа бит йыуғаныма, Торғаныма, ятҡаныма, Яңынан таң атҡанына. Мин ҡыуанам: ел иҫкәнгә, Ағастар һәм гөл үҫкәнгә, Һандуғасты тыңлауыма, Ерҙә моңдар тынмауына. Мин ҡыуанам: тыуған ергә, Йәндәй күргән Тыуған илгә, Уның бөтмәҫ ҡеүәтенә, Иң-иң изге ниәтенә. Мин ҡыуанам: кешеләргә – Ер йәшәтер ишеләргә. Оло һуғыш юҡлығына, Халыҡтарҙың ныҡлығына.
Back to Top