ТОРМОШ. Село Верхнетавлыкаево Баймакский район

#тормош #бст #башкортостан Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында 500-гә яҡын йорт бар.Уңайлы бинала урынлашҡан мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, заманса йыһазландырылған фельдшерлыҡ пункты, мәсет -ауылдың йәме . “Иң төҙөк ауыл” республика конкурсында яуланған икенсе урын – бының төп дәлиле. Таулыҡайҙы данлаусы билдәле шәхестәр ҙә бар. Улар – мәшһүр ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, йырсы Алһыу Бәхтиева, бейеүсе Нияз Баййегетов. Бөгөн “Тормош” тапшырыуы Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында.
Back to Top