Саҡмағош хоккейына 50 йыл

1968 йылда мәктәп уҡыусылары менән физкультура уҡытыусыһы Фиҙрат Ғимаев хоккей коробкаһын төҙөй. Ә инде 2016 йылдың декабрендә районда заманса йыҙазландырылған Саҡмағош-Арена боҙ майҙаны асыла. Спортсылар өсөн йыл әйләнәһенә күнекмәләр эшләргә һәм боҙ өҫтөндә ярыштар үткәреү мөмкинлеге тыуа. Байрам көнөндә районда хоккейсылар аллеяһы барлыҡҡа килә. Урындағы халыҡ майҙан янында 12 шыршы ултырта.
Back to Top