ҒҮМЕР (Нәсихәт) Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ , автор үҙе мөнәжәт итеп әйтә
ҒҮМЕР (Нәсихәт))
Һәр әҙәмгә Раббым бүләк ғүмер биргән,
Ғүмереңде ошо Ерҙә үткәр тигән,
Ҡушҡандарҙы үтәп йәшә, доғала бул,
Аллаһ тыйған ғәмәлдәрҙән тыйыл, тигән.
Нисек йәшәргә өйрәтеп китап биргән,
Ул ҡулланма китаптың исеме Ҡөръән,
Был китапта аңлатма бар һәр ғәмәлгә
Ярамаған эштәр ҡылһаң, кил тәүбәгә.
Ҡушылған әсәй-атайҙы хөрмәтләргә,
Үҙ милләтең тыуған телен ҡеүәтләргә,
Үҙ динеңде онотма һин бер ҡасан да,
Ваҡыт үтәр, кире ҡайтмаҫ илаһаң да.
Үҙ балаңа үҙең өйрәт тәрбиәне,
Өйрәтмәһәң, балаң булмаҫ тәрбиәле,
Оло булып йәштәргә һин бир кәңәште,
Кәңәшле эш яҡшылыҡтарға сәбәпсе..
Балаң Аллаһ бар икәнен белеп үҫһен,
Һеҙҙә булған иман балағыҙға күсһен,
Шул сағында тормошоғоҙ гөлдәй булыр,
Һеҙҙең ғүмер матурлыҡтар менән тулыр.
Аллаһ аманатҡа биргән ғүмерең алыр..
Үҙеңдән һуң, әйтсе, Ерҙә ниҙәр ҡалыр?
Ғүмерҙең бит бар асылы