Фәнзил Атауллин - ... (Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн)

1. Йәйҙең йәмле мәлдәрендә, Егерме икенсе көндә. Һинең наҙлы күҙҙәреңдә Бәхетемде таптым. Ниндәй йылы ине кистәр, Урап алды беҙҙе хистәр, Иртәгә кис күрешербеҙ Тигән уйҙы юйҙы “Һуғыш килде!“ тигән хәбәр, Йыйындылар алыҫ юлға Ир-егеттәр. Киттеләр яҡларға үҙ кәүҙәһе менән Ватанын, ғаиләһен, үҙ ерен. 2. Һаман тотам йөрәгемдә, Бүләк иткән ҡулъяулығың. Яҙып бирҙең киткән көндә: “Һинең генә көтәм, йәнем“ Уттар-һыуҙар аша үтеп, Үлем ҡосағына инеп. Күпме ерҙә ятып ҡалды Ҡайта алмаҫ йәрҙәр Шул яланда юғалып, Күрмәйәсәк улар Еңеү Парадын. Мәңгелек батырҙар беҙҙең йөрәктәрҙә, Онотмаҫ киләсәк быуындар! Йәйҙең йәмле мәлдәрендә, Егерме икенсе көндә. Һинең наҙлы күҙҙәреңә Осоп ҡайттым, йәнем...
Back to Top