ҺУҢ ИНДЕ ҮПКӘЛӘРГӘ. З.Ярмухаметова Х.Дильмухаметов
ҺУҢ ИНДЕ ҮПКӘЛӘРГӘ.
/////////////////////////////////////////////
Йөрәгеңдә һаҡла тинең,
Һөйөүемде-бер китһәм,
Ә йөрәктең,белмәнем бит,
Йоҙағы булмай икән.
Үпкәләмә миңә,иркәм,
Һуң инде үпкәләргә,
Көтөп-көтөп,йоҙаҡ элдем,
Мин күптән үткәндәргә.
Йондоҙға ҡарарһың тинең,
Көтөп-түҙемең бөтһә,
Ә йондоҙҙо,белмәнем бит,
Тик берәү булмай икән.
Үпкәләмә миңә иркәм,
Һуң инде үпкәләргә,
Йондоҙ ҙа күрһәтә алмаҫ,
Юлдарҙы үткәндәргә.
Диңгеҙҙе кисермен тинең,
Әгәр һағынып көтһәм,
Ә диңгеҙҙең,белмәнем бит,
Кисеүе булмай икән.
Үпкәләмә миңә иркәм,
Һуң инде үпкәләргә,
Аҡҡан ғүмерҙең дә юҡ ул,
Кисеүе үткәндәргә.