7 май сәғәттә Хәйбулла районында башҡорт теленән төбәк-ара «Еңеү диктанты» акцияһы ойошторола.

Диктант Бөйөк Еңеүгә арнала. Патриотик акция онлайн һәм оффлайн форматтарҙа уҙғарыла, унда Ырымбур өлкәһенең Гай, Ҡыуандыҡ райондарынан башҡорт теле, ил тарихы менән ҡыҙыҡһынған, битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала. Диктантты яҙыу өсөн урындарҙа махсус майҙансыҡтар ойошторола. Аҡъярҙа ул Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы нигеҙендә үтә. «Еңеү диктанты» акцияһының бар ҡатнашыусыларына ла сертификат бирелә. Диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, билдәле актер һәм режиссер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡый. Диктант өсөн Йыһат Солтановтың әҫәренән «Беҙ ҙә Еңеү яулаштыҡ!» тигән өҙөк алынған.
Back to Top