ТОРМОШ. Село Канлы-Туркеево Буздякский район
Кешене кем булыуын белгең килһә, ул эскән һыуҙы барып тәмләргә, ата-олатайҙарының һуҡмағын юллап йөрөргә, халҡының тын алышына ҡолаҡ һалырға кәрәктер. Егерменсе быуат башында меңдән ашыу кеше ғүмер иткән, ике мәсетле, биш һыу тирмәнле Ҡаңны -Төркәй ауылын уҫал елдәр ҙә, шыҡһыҙ һыуыҡтар ҙа, замандың зил-зиләләре лә һындырмаған. Республикабыҙҙың көнбайышындағы данлыҡлы башҡорт ауылдарының береһе Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылы беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Төҙөк, йыйнаҡ ауыл урамдары, асылына тоғро ҡалған ауыл халҡы йәшәйеше тормош үҙ яйына ҡайнағанын, халыҡтың көндәлек эш менән мәшғүл икәнлеген иҫбатланы.