Бер көн

Ғайса олатайым менән Әсмә өләсәйем Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғаилә ҡороп ун балаға ғүмер бирә. Олатайым 17 йәшенән һуғышҡа китә. 1942 йылдан Көнбайыш Украина фронтында ғәрәсәтле ҡан ҡойошто үткәреп Берлинғаса етә. Дошман пуляһынан яраланып госпиталдә шәбәйә. Үкенескә ҡаршы урманға утынға барғанда, өҫтөнә ағас ауып, баш һөйәген йәрәхәтләй һәм ошо яранан мандый алмай донъя ҡуя. Ун баланы яңғыҙы тәрбиәләп, уҡытып оло тормош һуҡмағына сығарырға тура килә. Өләсәйем Әсмә Назар ҡыҙы - Герой-әсә, l дәрәжә “Әсәлек даны“ ордены менән бүләкләнгән кеше. Өләсәйем өйрәткән йырҙарҙы һаман онотмайым. Үҙем әсәй булғас иҫем китә ҡайҙан ваҡыт табып ейән-ейәнсәрҙәренә лә иғтибар бүлеп өлгөргән икән тип. Өләсәйем менән олатайымды иҫкә төшөрөп, һағынып, шулай уҡ яратҡан апайыбыҙ Нәсимә Аюпованы юбилейы менән ҡотлап бәләкәй генә фильм төшөрҙөк.
Back to Top