Несколько часов башкирских песен ретро

Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып Тыңлар инем үлән үҫкәнен. Тыңлар инем салғы тауыштарын, Киске йылы елдәр иҫкәнен. Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып Эсәр инем шишмә һыуҙарын. Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын, Егеттәрҙең ҡурай моңдарын. Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ Эҙләр инем тәүге юлымды, Инеш буйындағы сәскәләрҙе, Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды.
Back to Top