ЗАҺИҘӘ фильм-спектакль
Башҡорт йырҙарының легендалары буйынса ҡыҫҡа метражлы фильм-спектаклдәр эшләү хыялы менән беренсе фильмыбыҙҙы төшөрөү өсөн, бынан ун йылдан ашыу элек Әбйәлил районының Тал-Ҡусҡар ауылына килдек. Эш башланыҡ, әммә килешеү төҙөп, финанс ярҙамы вәғәҙә итеп ҡалған абруйлы ойошма вәғәҙәһендә торманы, өҫтәүенә, төшөрөлгән төп нөсхә юҡ ителде. Әммә халыҡтың ихласлығы иҫ китмәле булды: ашатыу, ҡул ярҙамы күрһәтеү, кейем-һалым, йорт ҡаралтылары менән тәьмин итеү, фильмда ҡатнашыу өсөн үҙ ризыҡтарын йөкмәп көн һайын эшкә килгән һымаҡ килеп етеү... Мөмкинлегем булыу менән мин оло хыялымдың башланғысы булған эшемдең ҡараламаһын йыйып, тамамлап, киң күңелле инәйҙәргә, апайҙарға, ағайҙарға, ҡустыларға һәм һылыуҙарға, миңә ярҙам итеүсе туғандарыма рәхмәт йөҙөнән тәҡдим итәм. Һеҙҙең һау-сәләмәт булыуығыҙҙы теләп, фильм-спектаклде ҡуйыусы режиссер Гөлнур Бураҡаева.