Буздякский район дер. КУЗЕЕВО

Бүздәк районы Күҙәй ауылы –Туҡбай түбәһенә ҡараған. Документтарҙа был ауылға аҫаба башҡорт – Күҙәй Ҡоҙаймәтов нигеҙ һалған тип әйтелә. Уның бер туған ағаһы Төмәнәк Ҡоҙаймәтов, әлеге Туймазы районындағы Төмәнәк ауылына нигеҙ һалған. Күҙәй ауылы, районда Ҡаңны Төркәйҙән ҡала, ҡаңны ауылдарының иң боронғоларының береһе иҫәпләнә. Бөгөнгө тапшырыу ошо Күҙәй ауылы тарихына бағышлана.
Back to Top