Илси асимова Рнйемен с йрге!
Илсиә Ҡасимова Әбйәлил районы Хәмит ауылында тыуып үҫкән һәм шул ауылдың килене булып ғүмер кисерә. Тормош иптәше Хәлил менән дүрт бала үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә биш ейән һәм бер ейәнсәргә өләсәй. Шиғриәткә электән ғашиҡ, яҙмаларында тыуған яғының тәбиғәте, кешеләре, ундағы ыңғай күренештәр һәм проблемалар ҙа берҙәй яҡтыртыла. Республикала үтеп торған сәсәндәр бәйгеләрендә лә әүҙем ҡатнашып тора.
Рәнйемәһен әсә йөрәге
Ялан уртаһында, бесәнлектә
Булған бүҙәнәнең ояһы.
Үткер салғы алып киткән ине
Бүҙәнәнең ике аяғын.
Хәле бөттө. Балаларын ҡурсып
Суҡыр өсөн миңә киҙәнә.
“Күрмәй ҡалдым”– тиеп өндәштем –
Рәнйемәсе миңә бүҙәнә.
Ҡанаттары менән ҡаплап ятты
Ике генә бөртөк балаһын,
Нисек итеп уның күкрәгенән
Балаларын тартып алаһың.
Үҙем әсә булғас тәү балама
Иҫкә төштө ошо бүҙәнә,
Ҡыҙғынамды ҡыҫтым күкрәгемә,
Әсе йәштәр килде күҙемә.
Мин аңланым балалары өсөн
Әсә кеше иң-иң кәрәге.
Ауыр гонаһ булыр барыбыҙға
Рәнйеткәндә әсә йөрәген.