Хәерле иртә кадерле дуслар 💗 Көнебез матур узсын! Балаларыбыз исән-имин булсын!

Фоновая музыка Марсилия 💟Бәхетле бул балам💟 Гөлара Шәрипова сүзләре, Ирек Габдрахманов көе Ирек Габдрахманов көе һәм сүзләре #татарэстрадасы #татарскаяэстрада #казань #татарстан #башкортстан #ирекгабдрахманов #Ирек_Габдрахманов #kazakhstan #uzbekistan #türkçe #мама #мамаэтосвятое Асыуланма, балам, аҡыл биреп, Шелтәләһәм һине ҡай саҡта. Хата йылғаларын кисер кәрәк Ярға ташмаҫ элек, һай саҡта. Кәрәк икән йөрәгемде Бүләк итәм урап таҫмаға, Ташҡан һыуҙы аша сығыр өсөн Әүерелеп ятам баҫмаға. Әсә мөхәббәте — сикһеҙ даръя, “Балам“ һүҙенән ул башлана. Күңелкәйен китә күрмә бер үк, Ҡырыҫ һүҙҙәреңде ташлама. Барыһы ла әгәр ҡаршы торһа, Хөкөм яҙып һинең хатаңа — Мин яныңда ҡалам, балаҡайым, Терәк булып һинең арҡаңа. Ғүмер оҙон, тоғро дуҫтар бер саҡ Алышыныр һатлыҡ йәндәргә, Бары әсәй әсәй булып ҡала Тормош юлдарында бәндәгә. Икебеҙгә тик бер йөрәк булды Әйләнгәнсе кеше затына. Ғүмер бүләк иткәс, һөйөүемде Бирәм ҡарамайса хаҡына, Балаҡайым-балам хаҡына. Гөлиә Азаматова-Мөэминова.
Back to Top