О прохождении весенне-летнего пожароопасного периода на территории республики
Башҡортостанда урынлашҡан эҫе көндәр тәүге тәбиғи янғындарға сәбәпсе булды. 20 апрелдә Әбйәлил һәм Белорет райондарында ҡоро үлән яныуы теркәлгән. 0,5 һәм 0,9 гектар майҙанда ут һүндереүҙә тиҫтәнән ашыу кеше һәм шундай уҡ берәмек техника йәлеп ителгән.
Тәүлек эсендә, дөйөм алғанда, 1,7 гектар майҙанда 6 ҡоро үлән яныу осрағы асыҡланған. Янғындар һүндерелгән.
Көнүҙәк мәғлүмәт менән Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы ярҙамсыһы Ленар Вәхитов.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре йыһан мониторингы ярҙамында республика биләмәһендәге хәлде күҙәтә. 2024 йыл башынан алып республика биләмәһендә асыҡланған 67 термик нөктәнең 53 раҫланған, ут һүндерелгән.
Бер үк ваҡытта республикала ташҡынға бәйле хәл тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтында ҡала. Ташҡын осоро башланғандан алып “ҙур һыу“ға бәйле 956 оператив хәл буйынса эш алып барылған. Республика йылғаларында һыу кимәле кәмей.
23 апрелгә ҡарата 9 муниципаль берәмектә йорт яны биләмәләрен, автомобиль юлдары участкаларын һәм түбән урынлашҡан күперҙәрҙе һыу баҫыуға бәйле 17 хәлде Баш идаралыҡ контролдә тота. 15 апрелдән Шишмә районының «Һаулыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәтендә һыу баҫыуға бәйле хәл контролгә алынған, көн һайын Дим йылғаһында һыу кимәле күҙәтелә. Баш идаралыҡтың пилотһыҙ авиация төркөмө йылғаның үҙәнен тикшергән - тығындар юҡ.