Миләүшә Ғәйфуллина Ҡыҙым китте кейәү йортона, Әсә йөрәге - 2018
4. Миләүшә Ғәйфуллина Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында тыуып үҫкән. БДУ-ны тамамлағас мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Ике ҡыҙы, ике ейәне, ике ейәнсәре үҫеп килә. Аллаһы Тәғәлә уға бик йомарт була. Матур итеп йырлай, бейей, һүрәт төшөрә. Шиғыр-хикәйәләре матбуғат биттәрендә сағылып бара. «Ни генә тимәһендәр, ғаилә үҙәге – ҡатын-ҡыҙҙа!” – ти ул.
* * *
Ҡыҙым китте кейәү йортона,
Үҙ донъяһы, ғаиләһе усағына.
Тыуып үҫкән ғәзиз өйөн ҡалдырып,
Ире, ҡайны, ҡәйнәһе ҡосағына.
Ҡабул ит, ҡоҙағый, ҡыҙымды-
үҙ ҡыҙыңдай,
Нуры һүнмәһен, йылыт, ярат-
үҙ йондоҙоңдай !
Ҡабул итсе, ҡоҙа, ҡыҙымды-
үҙ ҡыҙыңдай,
Ишәйер быуын ағасығыҙ-
Иҙел һыуындай !
Һаҡла, ярат кейәү, ҡыҙымды,
Ҡанаттары уның ҡайырылмаһын !
Тормоштағы төрлө мәлдәрҙән
Уй - юлығыҙ һис тә айырылмаһын !
Ә һин, ҡыҙым,
Иреңә бул тоғ(о)ро ҡатын,
Ҡәйнә-ҡайныңа - уңған килен,
Балаларыңа - наҙлы әсәй,
Ә миңә йомшаҡ “бесәй” !
Ҡайтып-китеп йөрөмә