Ршит Назар Мин атамын!

Мин һаҡтамын. һаҡта! Минең менән — Халҡым, Илем, Ер. Кемдәр үтер минең посым аша? — Миңәме ни һуң был барыбер?! Һаҡламайыммы ни Мәңгелекте, Киләсәктең ғорур ишеген?! Посым аша — бәхет, ал таң үтһен, Кешелеге үтһен кешенең.
Back to Top