Хуш хәйерле Рамаҙан.(хәтер көнө)

24 май көнө мосолмандар изге Ураҙа байрамын тәбрикләйбеҙ Шул уңайҙан “Хуш, хәйерле Рамаҙан“ онлайн флешмобына Әбүбәкир ауылында йәшәгән әсәйем Сынбулатова Зөлфиә хәҙерге вакытта гүр ейәһе булган үҙенең яратып башкарган мөнәжәтен ебәрәм Уны белеүселәр, дуҫтар, туғандар уны йылы хәтирәләр менән иҫкә алып, рухын шатландырһаҡ ине. Ул алсаҡ йөҙлө, ихтирамға лайыҡ кеше булды. Һәр ваҡытта ла һәр бер кешегә ярҙамсыл, туғансыл булды ул. Барып керһәң тиҙ генә сәйен ҡуйып ебәрер ине.Табынында һәр ваҡытта ла бешкән пирогы булыр ине.Кәрәк саҡта үҙенең кәңәштәрен биреп, күңелде йыуыта торған ине ауылдарза һәр йортта ла аят укый торгайны.. Уны белгәндәр , яҡты иҫтәлеген йылы һүҙҙәр , хөрмәт, матур хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ.. Ауыр тупрағың еңел булһын, Йылы булһын ятҡан ерҙәрең. Иңдәреңдә булһын фәрештәләр, Ожмахтарҙа булһын йәндәрең. Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем! Тәүге һулышымдан бөгөнгәсә Һинең фатихаңдан йәшәйем, Был ғүмерҙе бүләк иткән өсөн Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!
Back to Top