Снт тн тте

4 ноябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә “Сәнғәт төнө” акцияһы ойошторолдо. Быйыл ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә тура килде һәм “Беҙҙең традициялар” темаһына бағышланды. Был акция Башҡортостанда ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Акцияға яуаплылар сәнғәт һөйөүселәр өсөн музейҙарҙа, театрҙарҙа, күргәҙмә һәм концерт залдарында, китапханаларҙа төрлө бай йөкмәткеле саралар уҙғарҙы. Барлығы уларҙа 22 мең кеше ҡатнашты. Был саранан ишембайҙар ҙа ситтә ҡалманы. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы кискеһен ҡала халҡына ишектәрен асты. Тулыраҡ Хәнә Мәҡсүтова сюжетында.
Back to Top