Зөлфиә Фәйрушинаның моңло ижады

Яратыуы ауыр... Беләм дә бит. Тик шулай ҙа өҙөлөп яратам. Өлөштәргә бүлеп, йөрәгемде Йылыһында наҙлап уятам. Яратыуы ауыр... Яратыуҙың Ҡәҙерҙәрен ерҙә кем белер? Күңел йылыларын услап һалам- Минең күңелемде кем күрер? Яратыуы ауыр... Төн йоҡламай. Доға уҡып сыҡты йөрәгем. Бәхет теләйем, Һаулыҡ һорайым үҙем. Яратыуым көслө-бир түҙем. Яратыуы ауыр... Беләм дә бит, Был тормошто өҙөлөп яратам. Саф һөйөүгә төрөп күңелемде. Аҡ ҡағыҙға яҙып таратам. Зөлфиә Фәйрушина
Back to Top