Тарихи көн.
Усман Исмәғилов 1861 йылда Ҡалдар ауылында тыуып үҫә. Төркиәлә имамға уҡый һәм тыуған ауылына ҡайтып мәсет төҙөтә, мәҙрәсә аса. Үҙ ауылдаштары ғына түгел, уға тирә-яҡтан да килеп һабаҡ алалар. Бынан тыш бихисап эштәр башҡара, ауылын төҙөкләндереүгә бик күп көс һала, уның тыуған иленә, халҡына булған һөйөүе бөгөнгө көндә лә сағылыш таба.